0%

Көслө булмаһын ҡатын-ҡыҙ… Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Көслө булмаһын ҡатын-ҡыҙ… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 09.04.2014.. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *



Ҡатын-ҡыҙға көслө булыу
Кәрәк түгел,
Һәммәһендә яҡлау көткән
Наҙлы күңел.

Һәр береһе өмөт итә
Мөхәббәткә,
Ышанырға әҙер улар
Әкиәткә.

Тик ысын ир-егет бирер
Ышыҡ, йылы,
Тоғролоҡло, мөхәббәтле
Булыр тылы.

Көслө булмаһын ҡатын-ҡыҙ,
Кәрәк түгел!
Һәммәһендә булһын ғашиҡ,
Хисле күңел.

…Яҡлау күргән ҡатын-ҡыҙҙа
Иҫ киткес көс!
Ҡулланырға ошо көстө
Булмаһын һис…